Һеҙҙе "Аҡ торналар бейегән ерҙә" яҡут нәфис фильмының башҡорт телендәге дубляжда ябыҡ күрһәтеү сараһына саҡырабыҙ.
Яҡут-саха халҡының ырымы буйынса, кем аҡ торна бейеүен күрә, шул бөйөк уңышҡа өлгәшәсәк. Тимәк, уны әрүахтар һайлаған, уның теләктәре тормошҡа ашасаҡ, ә үҙенә юғары көстәрҙән берәй билдә йә иҫкәрмә буласаҡ.
"Аҡ торналар бейегән ерҙә" – ул ышаныу, яратыу, туғандарыңа таяныу һәм бер нимәгә лә бирешмәү тарихы, сөнки барыһы ла һинең үҙеңдән тора.
Һин был фильмды Өфөлә тәүгеләрҙән булып күрерһең, ижади төркөм менән осрашып, үҙеңдең аудиторияңа ла яҡут фильмы тураһында һөйләрһең.
Сара таймингы:
18:30-19:00 ҡунаҡтар йыйылыуы, Яҡутстандың бренд-шеф-ашнаҡсыһы Николай Атласовтан яҡут балығы - строганина менән һыйланыу.
19:00-20:30 фильм ҡарау
20:30-21:00 режиссер Михаил Лукачевский менән һорау-яуап сессияһы, яҡут гәүһәрен уйнатыу.
Урындар һаны сикле, шуға ҡатнашыуығыҙҙы алдан раҫлауығыҙ һорала.
Аҡ торналар бейегән ерҙә осрашҡанға тиклем!
Вы будете получать информацию о предстоящих мероприятиях в Уфе в выбранных категориях.
Обещаем, никакого спама! Вы сможете отписаться в любое время.